12:44 (UTC+5), 25 Октября 2016

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы проекттары федераль кимәлдә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра — Рәмзил Ишһарин

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Яңы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарының Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы менән үҙ-ара эш итеүе Дмитрий Медведевтың Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә парламентарийҙар һәм гражданлыҡ йәмғиәте вәкилдәренең осрашыуында төп тема булды. Думаның Йәмәғәт берекмәләре һәм дини ойошмалар буйынса комитеты ағзаһы Рәмзил Ишһарин Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы етәксеһе Ольга Панчихина һәм йәмәғәт контроле буйынса комиссия етәксеһе Ғәлиә Мөхәмәтйәнова менән республикала гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса сараларҙы тикшерҙе.
Эксперттар йәмәғәт контроле тураһында федераль законды камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе.
«Мин Йәмәғәт берекмәләре һәм дини ойошмалар буйынса комитетты аңлы рәүештә һайланым. Беҙ ил һәм төбәктәр буйынса гражданлыҡ йәмғиәте менән тығыҙ бәйләнеш булдырасаҡбыҙ, — тип һөйләне әңгәмә йомғаҡтары буйынса Рәмзил Ишһарин. — Беҙҙең йәмәғәт палатаһы гражданлыҡ йәмғиәте һәм ябай кешеләрҙең мәнфәғәттәре өсөн эшләй. Закон проекттарына экспертиза һәм йәмәғәт контроле буйынса ҙур эш алып барыла, һәм ошо йәһәттән уртаҡ фекергә киләсәкбеҙ».
Халыҡтың закон сығарыу башланғыстарын нисек ҡабул итеүен аңлау, гражданлыҡ йәмғиәте институттарының үҙ-ара эш итеүен күреү мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөн алды парламентарий.
Республикала федераль саралар уҙғарырға мөмкин, тип иҫәпләй Рәмзил Ишһарин.
«Киләсәктә республикабыҙ Дәүләт Думаһы комитетының күсмә ултырышы өсөн майҙансыҡҡа әүереләсәк. Бында Йәмәғәт палатаһы һәм комитет сиктәрендә бергә алып барылған дискуссия саралары өсөн темалар бар», — тине депутат.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика