12:03 (UTC+5), 18 Октября 2016

Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы әсәлек капиталын индексациялау буйынса яңы проект тәҡдим итә

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2020 йылға тиклем әсәлек капиталын индексациялауҙы туҡтатыу тураһында закон проектын әҙерләне, тип хәбәр итә РИА Новости. Әлеге ваҡытта әсәлек капиталының күләме 453 026 һум тәшкил итә. Әсәле капиталы программаһы 2007 йылдан ғәмәлгә инде.
«Илдәге финанс-иҡтисади хәлде иҫәпкә алып, 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем әсәлек капиталы күләмен индексациялауҙы туҡтатыу тәҡдим ителә», — тиелә ведомство белдереүендә.
Бынан алда Рәсәй Хөкүмәте 2017 йылда икенсе балалары тыуған ғаиләләргә әсәлек капиталы күләмен арттырмау тураһында иғлан итте.
Илдә әсәлек капиталы 2007 йылда ғәмәлгә ингәйне. Уны икенсе һәм артабанғы сабыйҙары тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) бала алған ғаиләләр алырға хоҡуҡлы. Тәүҙә программа 2016 йылдың аҙағына тиклем генә эшләйәсәк, тип күҙалланғайны. Һуңынан Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса уның ғәмәлдә булыу ваҡыты тағы ла ике йылға оҙайтылды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Форматтар
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика