Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
6+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Октябрь 2016, 14:37
«Роснефть» «Башнефть» өсөн аҡса күсерҙе — Владимир Путин
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Роснефть» «Башнефть» өсөн аҡса күсерҙе. Был хаҡта Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин
белдерҙе
.
Дәүләт башлығы тейешле инстанцияларға «Роснефть» компанияһының иҫәбендә аҡса булыу-булмауын тикшерергә ҡушыуы хаҡында һөйләне.
«Башнефт»те хосусилаштырыу мәсьәләһе ил Президенты ҡатнашлығында «Рәсәй саҡыра» ВТБ форумының фекер алышыу майҙансығында әүҙем тикшерелде. Владимир Путин ҡабул ителгән ҡарар буйынса Рәсәй Хөкүмәтенең финанс-иҡтисади блогының мөнәсәбәтен белдерҙе.
Атап әйткәндә, ул «Роснефт»тең дәүләт компанияһы булмауын билдәләне. Ул — дәүләттең контроль, сит ил инвесторының ҙур пакетына эйә булған компания.
«Роснефть» иң юғары баһа тәҡдим итте. Владимир Путин әйтеүенсә, 330 миллиард һум. «Был бойондороҡһоҙ халыҡ-ара эксперттарҙың баһаһынан юғарыраҡ. Йәғни ул баҙарҙағынан юғарыраҡ хаҡ тәҡдим итте».
Теги:
башнефть
владимир путин
Читайте нас