04:47 (UTC+5), 12 Октября 2016

Өфө илдең иң төҙөк өс баш ҡалаһы иҫәбенә инде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө иң төҙөк тораҡ пункт булараҡ өс еңеүсе ҡала иҫәбенә инде. Рәсәй Хөкүмәте 2015 йылда үткәрелгән «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы. Ил субъекттарының административ үҙәге булған ҡалалар араһында республикабыҙҙың баш ҡалаһы икенсе урын яуланы. Хабаровск ҡалаһы ла Өфө менән бер кимәлдә тора. Беренсе урында — Ставрополь, өсөнсөлә — Красноярск.
Дмитрий Медведев Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына конкурс еңеүселәренә Рәсәй Хөкүмәте дипломдарын тапшырырға ҡушты.
Конкурс алты категория буйынса йыл һайын үткәрелә. Призлы урын алған муниципаль берәмектәргә Рәсәй Хөкүмәте дипломдары тапшырыла. Бәйге торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү һәм биләмәләрҙең төҙөклөгөн тәьмин итеү мәсьәләләрендә урындағы үҙидара органдарын әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика