Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Октябрь 2016, 14:06

Өфө мэры вазифаһына дүрт кандидат дәғүә итә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дүрт кандидат Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына документтар тапшырған. Улар — Илдар Чанышев, бынан алдағы саҡырылыш ҡала Советы депутаты Николай Герасимов, Ринат Әхмәҙуллин һәм хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов.
Хәҙер дәғүәселәр республиканың Муниципаль берәмектәр ассоциацияһында белем кимәлен баһалау өсөн имтихан үтергә тейеш.
Ҡала башлығы вазифаһына конкурс 27 сентябрҙә иғлан ителгәйне. Ул 19 октябрҙә хакимиәттең ҙур залы фойеһында уҙа.
Бөгөн, 7 октябрҙә кандидаттарҙы үткәреү буйынса конкурс комиссияһы ултырышы булды. Депутаттар комиссия тәҡдим иткән кандидаттар араһынан яңы ҡала хакимиәте башлығын һайлай.
Читайте нас: