ӨФӨ, 2016 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 5 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Индонезияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мөхәммәт Вәхит Суприяди менән
осрашты. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.