09:26 (UTC+5), 29 Сентября 2016

Башҡортостандың ике ҡалаһы тиҙ үҫешеүсе биләмә статусына дәғүә итә

Олеся Серегина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың ике ҡалаһы тиҙ үҫешеүсе биләмә статусын алыуы ихтимал. Дәғүәселәр — Күмертау һәм Бәләбәй. Был инвесторҙар йәлеп итергә, яңы бизнес асырға, эш урындарын арттырырға булышлыҡ итәсәк.
Тиҙ үҫешеүсе биләмә статусы биш йылға оҙайтыу мөмкинлеге менән 10 йылға бирелә һәм тиҙ үҫешеүсе биләмәләге бөтә резиденттар өсөн һалым льготаларын, ҡуртым түләүен һәм страховкалау взностары буйынса тарифты кәметеүҙе күҙ уңында тота. Инвестиция проекттары сиктәрендә минималь капитал һалыуҙарҙың сиге 5 миллион һумдан кәм була алмай, өҫтәүенә 20 эш урыны булдырылырға тейеш. Моноҡалаларҙа тиҙ үҫешеүсе биләмәләр булдырыуҙың төп маҡсаты — иҡтисадтағы диверсификация, шуға күрә ҡала барлыҡҡа килтереүсе ойошмалар менән бәйле булмаған предприятиелар уларҙың резиденттары була ала. Республика буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кисә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Тольятти ҡалаһына тиҙ үҫешеүсе биләмә статусы бирелеүе тураһында хәбәр итте.
Тиҙҙән Күмертау һәм Бәләбәйҙең шундай статусҡа эйә булыуы ихтимал. Мәскәүҙә ошо ҡалаларҙың идара итеүсе командалары үҙҙәренең биләмәләрен үҫтереү стратегияһын уңышлы яҡланы. Бөгөн республика Белорет (ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятие — Белорет металлургия комбинаты), Нефтекама («НефАЗ»), Благовещен («Полиэф») һәм Учалы (Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты) ҡалаларының ғаризаларын бирергә әҙер. Әлеге муниципалитеттарҙағы халыҡтың һаны — 650 мең. Был республика халҡының яҡынса 16 процентын тәшкил итә. Тулайым төбәк продуктының сирек өлөшөнән күберәге ошо биләмәләрҙә етештерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика