12:41 (UTC+5), 20 Сентября 2016

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауға килеү күрһәткесен аныҡланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауға килеү күрһәткесен аныҡланы. Һайлау комиссиялары протоколдарын «Һайлауҙар» дәүләт автоматлаштырылған системаһына индергәндән һуң республикала халыҡтың 69,78 проценты һайлауҙа ҡатнашыуы асыҡланды.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә 2 миллион 121 мең 993 кеше һайлау хоҡуғы менән файҙаланған. Тауыш биреү өсөн исемлектәргә 3 миллион 40 мең 701 һайлаусы индерелгән.
Партиялар араһында 56,37 процент тауыш йыйып, «Берҙәм Рәсәй» партияһы алда бара. Икенсе урында — КПРФ (18,62 процент), өсөнсөлә — ЛДПР (11,29). «Ғәҙел Рәсәй» — 6,88, «Рәсәй коммунистары» — 1,84 процент, башҡа сәйәси партияларҙың һәр береһе бер проценттан кәмерәк тауыш йыйған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика