05:12 (UTC+5), 19 Сентября 2016

Башҡортостанда бер мандатлы округтарҙа Дәүләт Думаһына һайлауҙа еңеүселәр билдәләнде

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда бер мандатлы округтар буйынса Дәүләт Думаһына һайлауҙа еңеүселәр билдәләнде. Яҡынса йомғаҡтар буйынса, Өфө бер мандатлы округында Павел Качкаев алда бара. Ул 93563 тауыш йыйған. Икенсе урында Александр Ющенко — 24939.
Илдар Бикбаев — Благовещен округы буйынса лидер. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы 130656 тауыш йыйған.
Белорет округында Дәүләт Думаһының ғәмәлдәге депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина еңеп сыҡты. Уны 60525 һайлаусы хуплаған.
Рифат Шәйхетдинов, 93187 тауыш йыйып, Нефтекама бер мандатлы округы буйынса ил парламентына үтә.
Салауат округында Зариф Байғусҡаровтың һөҙөмтәһе — 114753. Дәғүәсеһе Раил Сарбаев иһә 29945 тауыш йыйған.
Стәрлетамаҡ округында сити-менеджер Алексей Изотов еңеү яуланы. Уның өсөн 140210 һайлаусы тауыш биргән.
Дәүләт Думаһына һайлауҙар ҡатнаш система буйынса уҙғарылды: 225 депутат — партия исемлеге, 225-е бер мандатлы округтар буйынса һайлана.
Башҡортостанда алты бер мандатлы һайлау округтарында Дәүләт Думаһындағы депутат мандаттары өсөн 47 кандидат көрәште.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика