13:22 (UTC+5), 18 Сентябрь 2016

Төбәктә Муса Гәрәев исемендәге участкала һайлауға килеү күрһәткесе 76 проценттан артҡан

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда исемле һайлау участкалары араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге 2062-се участка алда бара. Унда халыҡтың 76 проценттан ашыуы көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем тауыш биргән. Был хаҡта журналистар өсөн брифингта республика Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова хәбәр итте.
Башҡортостанда тәүге исемле һайлау участкалары 2014 йылдың авгусында барлыҡҡа килде. Республикала бөтәһе алты исемле һайлау участкаһы бар. Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы 767-се һайлау участкаһы Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың исемен йөрөтә, Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылындағы 2316-сы участкаға генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исеме бирелгән. Бәләбәй районының Надеждин ауылындағы 1222-се һайлау участкаһы яҙыусы Сергей Аксаковтың исемен йөрөтә. 2015 йылда баш ҡаланың Дим районындағы 24-се һайлау участкаһына Советтар Союзы Геройы Иван Рыбалконың исеме бирелде. Илеш районының Бишҡурай ауылындағы 2062-се участка ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең, Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылындағы 2629-сы участка I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры Вафа Әхмәҙуллиндың исемен йөрөтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика