11:22 (UTC+5), 18 Сентября 2016

Төбәктә Дәүләт Думаһына һайлауҙа 12 халыҡ-ара күҙәтеүсе эшләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда 12 халыҡ-ара күҙәтеүсе, шул иҫәптән Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманан (ОБСЕ) 10 кеше һайлауҙың асыҡлығын күҙәтә. Был хаҡта брифингта Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һөйләне.
Төбәктә бер ай самаһы Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманан оҙайлы ваҡытҡа килгән ике күҙәтеүсе эшләй. Улар — Демократия институттары һәм кеше хоҡуҡтары бюроһы вәкилдәре Марша Вайнерман (АҠШ) менән Оганез Казарян (Әрмәнстан). Эксперттар иҫәбендә — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән Денис Тимохин. 19 сентябрҙә журналистар өсөн брифингта уларҙың эш йомғаҡтары тәҡдим ителә.
Республика һайлау участкаларында бөтәһе 9906 күҙәтеүсе эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика