Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Сентябрь 2016, 18:51

Башҡортостанда киске сәғәт 6-ға һайлаусыларҙың яртыһынан ашыуы тауыш биргән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова /. Башҡортостанда һайлаусыларҙың 53 проценттан ашыуы гражданлыҡ хоҡуғы менән файҙаланған. Үҙәк һайлау комиссияһы киске сәғәт 6-ға ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе.
Баҡалы, Ҡариҙел, Тәтешле һәм Саҡмағош райондары — лидерҙар иҫәбендә. Өфөлә иһә иң яҡшы күрһәткестәр Дим, Совет һәм Калинин райондарында.
Быйыл республикала 3 426 участка һайлау комиссияһы эшләй. Участкаларҙа тауыш биреү өсөн үтә күренмәле стационар йәшниктәр ҡуйылған.
Теги: һайлау
Читайте нас