Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Сентябрь 2016, 17:00

Башҡортостанда халыҡтың 21,46 проценты һайлау хоҡуғы менән файҙаланған

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда 380 806 кеше тауыш биргән, был һайлаусыларҙың дөйөм һанынан 21,46 процент тәшкил итә. Үҙәк һайлау комиссияһы көндөҙгө сәғәт 12-гә ошондай мәғлүмәттәр бирҙе.
Республикала тауыш биреүҙе тәьмин итеү өсөн 3 426 участка һайлау комиссияһы эшләй. Бөтә һайлау участкаларында тауыш биреү өсөн үтә күренмәле стационар йәшниктәр ҡуйылған.
Быйыл һайлау участкаларында илле меңдән ашыу тәүге тапҡыр тауыш биреүселәрҙе көтәләр. Республикала 35 йәшкәсә һайлаусылар — 993608, 80 йәштән өлкән һайлаусылар — 131763, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары — 3072 кеше.
Теги: һайлау
Читайте нас