05:01 (UTC+5), 06 Сентября 2016

Башҡортостанда һайлау бюллетендәре баҫыла башланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда һайлау бюллетендәре баҫыла башланы. Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү өсөн бөтәһе алты миллиондан ашыу бюллетень әҙерләнә. Улар рус, башҡорт һәм татар телдәрендә «Белая река» нәшриәтендә баҫыла.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова һөйләүенсә, бюллетендәр бер-береһенән айырыла. Һәр документҡа участка һайлау комиссияһының мисәте һәм уның ике ағзаһының ҡултамғаһы ҡуйыла.
«Быйыл Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау өсөн 182 һайлау участкаһы ойошторолған, һәм уларҙа КОИБ-тар эшләйәсәк. Автоматлаштырылған комплекс өсөн бюллетендә мисәт өсөн урын аныҡ билдәләнгән, әммә марка икенсе яғында ҡуйыла, юғиһә мәғлүмәт уҡылмай. Бер мандатлы округ буйынса бюллетендең алғы яғы аҡ, әммә һаҡлағыс селтәр артҡы яғына төшөрөлгән. Бындай документты бөкләргә ярамай, юҡһа эшкәрткән саҡта ҡамасаулыҡ тыуҙырасаҡ», — тип аңлатма бирҙе Марина Долматова.
Быйыл яңылыҡ та бар — һайлаусының кем өсөн тауыш биргәнен бер кем дә күрмәһен өсөн бюллетенде яҙыулы яғын эскә ҡаратып бөкләргә кәрәк.
«Бында бөтә республика һәм Өфө ҡала Советы өсөн һайлауға бланктар баҫыла. Беҙ өсөнсө йыл ошо заказды үтәйбеҙ. Эш бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарыла, цех тәүлек әйләнәһенә ике сменала эшләй. Заказ 13 сентябргә әҙер буласаҡ», — тип һөйләне нәшриәт директоры Олег Лищенко.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика