06:06 (UTC+5), 31 Августа 2016

Өфө ҡалаһы Советында 36 депутаттың 22-һе йәнә мандат өсөн көрәшә

автор фотоһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфө ҡалаһы Советында 36 ғәмәлдәге депутаттың 22-һе йәнә мандат өсөн көрәшә. Етәүһе — партия исемлеге буйынса, тағы ла 15-е бер мандатлы һайлау округтары буйынса һайлана. Ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында Өфөнөң һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Татьяна Гайдаренко ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе.
Быйыл 344 күрһәтелгән кандидаттың 208-е теркәлгән, шуларҙың 124-е — берҙәм һайлау округы һәм 84-е — бер мандатлы округтар буйынса.
Киләһе саҡырылыштан Өфөнөң депутаттар корпусының вәкәләттәр ваҡыты биш йыл тәшкил итәсәк. Кандидаттар исемлеген күрһәтеү шарттары 2016 йылдың 16 майында үҙгәртелде. Хәҙер исемлектең дөйөм өлөшөнә һәр сәйәси партиянан өс кандидат инә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика