11:07 (UTC+5), 23 Августа 2016

Республикала Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа киң мәғлүмәт сараларында агитация башланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында һайлау агитацияһы башланды. Кандидатлыҡҡа тәҡдим ителгәндән һуң Дәүләт Думаһындағы урындарға дәғүә итеүселәр листовкалар тарата, баннерҙар һәм плакаттар ҡуя башланы. Телевидение-радиола, ваҡытлы матбуғатта агитация һайлауға 28 көн ҡалғас башлана. Ул 17 сентябрҙә тамамлана, тип аңлатма бирҙеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында. Тауыш биреү көнөндә агитация үткәреү тыйыла.
Теркәлгән партияларҙың барыһы ла түләүһеҙ теле- һәм радиоэфирға, шулай уҡ баҫма майҙандарға хоҡуҡлы. Үҙәк һайлау комиссияһы эфир ваҡытын бүлеүгә йәрәбә ойошторҙо. Түләүле агитация партия һәм кандидаттарҙың һайлау фондынан финансланырға тейеш.
«Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй», «Рәсәй 24» телеканалдарында, «Юлдаш», «Спутник ФМ», «Рәсәй радиоһы», «Вести ФМ», «Маяк» радиоканалдарында түләүһеҙ эфир ваҡыты бирелде.
Тәүге дебаттар 22 августа Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы каналдарында «Хәбәрҙәр» программаһынан һуң башлана. «Рәсәй 24» телеканалында иһә 23 августа үтә.
Беренсе каналда дебаттар 29 августа көн һайын киске сәғәт 7-лә башлана һәм 46 минут дауам итә. Һәр сығарылышта дүртәр партия сығыш яһай.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика