08:52 (UTC+5), 19 Август 2016

Ишембайға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы» исеме бирелде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ишембай ҡалаһына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы» тигән халыҡ-ара почетлы исем бирелде. Был ҡарарҙы Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзы президиумы ҡабул итте. Документҡа ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы-космонавт Виктор Горбатко ҡул ҡуйҙы.
Ишембай «Ватан алдындағы хеҙмәттәре, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы, хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн, һәм Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға 71 йыл тулыу уңайынан» ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Ишембай менән бер рәттән Златоуст, Улан-Удэ, Фрязино ҡалаларына ла шундай исем бирелде, тип хәбәр иттеләр Ишембай ҡалаһы хакимиәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика