10:00 (UTC+5), 12 Августа 2016

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлауҙа кандидаттарҙы йәрәбәгә саҡыра

автор фотоһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы республика Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлауҙа теркәлгән кандидаттарҙы йәрәбә һалыуҙа ҡатнашырға саҡыра. Инорс һәм Нарыш һайлау округтары буйынса кандидаттар араһында түләүһеҙ баҫма майҙан һәм эфир ваҡыты бүленә.
16 августа киске сәғәт 5-тә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында барыһы өсөн дә эфир ваҡыты буйынса йәрәбә була. Гәзиттәрҙә урындар бүлеү төрлө ваҡытҡа тәғәйенләнгән. 2-се Инорс һайлау округы буйынса теркәлгән кандидаттар 15 августа көндөҙгө сәғәт 4-кә Үҙәк һайлау комиссияһына йыйыла. 19-сы Нарыш һайлау округы буйынса күрһәтелгәндәр өсөн Йәрмәкәй районының (15 августа иртәнге сәғәт 10-да), Октябрьский ҡалаһының (17 августа көндөҙгө сәғәт 12-лә), Туймазы районының территориаль һайлау округтарында (15 августа иртәнге сәғәт 11-ҙә) йәрәбә үткәреү урындары ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика