04:55 (UTC+5), 08 Августа 2016

Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыуы булды. Төбәк етәксеһе Владимир Путинға республикалағы социаль-иҡтисади хәл тураһында хәбәр итте.
2016 йылдың тәүге ярты йыллығындағы йомғаҡтар хаҡында һөйләгәндә Рөстәм Хәмитов төп күрһәткестәрҙең ыңғай динамикаһын билдәләне.
– Тәүге ярты йыллыҡта һәйбәт эшләнек. Күп йүнәлештәр буйынса алға китеш бар. Был сәнәғәт етештереүенә лә, ҡаҙнаның һалым һәм һалым булмаған килемдәренә лә ҡағыла. Һалымдар уҙған йылға ҡарата 12 процентҡа күберәк тип әйтә алам, – тине республика етәксеһе. – Баҫыуҙарҙа уңыш яҡшы. Беҙ ураҡҡа төштөк, ошо уңышты йыйып алырға кәрәк. Хеҙмәт хаҡы буйынса алға китеш күҙәтелә.
Башҡортостанда ыңғай инвестиция мөхите булдырылған, яңы производстволар, сәнәғәт кластерҙары булдырыла, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешә, тип хәбәр итте төбәк Башлығы.
– Быйыл ағас эшкәртеү буйынса ҙур производство асабыҙ. Австрия бизнесы, 150 миллион евро. Был йәһәттән «Газпром нефтехим Салауат» һәйбәт эшләй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Газ-турбиналы двигателдәр – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ПД-14 двигателен эшләү буйынса пермдәр менән дә эш алып бара. Ошо двигателдең мөһим, яуаплы детален үҙләштерҙеләр. Донъяла өс предприятие ғына, шул иҫәптән Өфө заводы, ошондай изделие сығара.
Башҡортостанда Рәсәй Президентының барлыҡ күрһәтмәләре лә үтәлә, тип хәбәр итте республика етәксеһе. Мәҫәлән, быйыл Өфөлә заманса перинаталь үҙәк файҙаланыуға тапшырыла. 2020 йылға ғүмер оҙайлығын 70 йәштән 72-гә тиклем арттырыу бурысы ҡуйылған.
– Һеҙ торлаҡҡа сиратты кәметеү һәм хатта бөтөрөү өҫтөндә эшләргә ҡуштығыҙ. Әлеге хәлде тикшерҙек, һәм беҙгә 90 мең самаһы ғаиләне торлаҡ менән тәьмин итергә кәрәк. Ҡиммәтле, әммә хәл ителә торған программа. Ҡуртым торлағы ла төҙөйәсәкбеҙ. Беҙҙә торлаҡ һаҡламы программаһы әүҙем эшләй, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙ 2 миллион 700 мең квадрат метр төҙөйбөҙ. Илдә торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса бишенсе урында киләбеҙ. Биш-ете йыл эсендә фатирға сиратты кәметергә мөмкин.
Рәсәй Президентының май указдары тулыһынса үтәлә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика