11:57 (UTC+5), 02 Августа 2016

Киләһе йылдан Башҡортостан йылытыу өсөн яңы түләү системаһына күсә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2017 йылдың көҙөнән республика халҡы йылытыу өсөн 12 ай урынына ете ай түләйәсәк. Был хаҡта 2 августа «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, республикала йылытыуға бәйле хәл тикшерелде, күрше төбәктәрҙең тәжрибәһе өйрәнелде.
«Быйылғы йылытыу миҙгелендә 1/12 схемаһы буйынса (йыл дауамында) эш дауам итә. Киләһе йылдың көҙөнән октябрҙән апрель айына тиклем түләйбеҙ. Ошо осорҙа бөтә норматив документтар әҙерләнәсәк. Мәҫәлән, Татарстанда бындай тәжрибә халыҡта бер аҙ ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, сөнки ҡыш көнө уларҙың түләүҙәре ҡырҡа артҡан. Йыл аҙағынаса күрше республикала күсеү тамамлана. Көҙҙән башлап улар 1/7 схемаһы буйынса түләйәсәк», — тине ведомство министры урынбаҫары.
Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Управдом» федераль проекты етәксеһе Павел Качкаев ҡатнаш схема тәҡдим итте.
«Бөгөн илдә күп кенә төбәктәр 1/7 схемаһына күсә. Аңлауымса, әгәр дөйөм иҫәп приборҙары булһа, күсергә мөмкин, булмаһа, ошо системаға күсеүҙең мәғәнәһе юҡ. Шуға күрә республикала, шулай уҡ һәр төбәктә ҡатнаш схема ҡулланыу мөһим», — тине Павел Качкаев.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика