Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
06:20 (UTC+5), 01 Июля 2016

Рөстәм Хәмитов «Башнефть» компанияһы президентын «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 30 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының директорҙар советы рәйесе Алексей Текслер менән осрашты.
Осрашыуҙа «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы президенты, идара рәйесе Александр Корсик һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты.
Яҡтар нефть компанияһының үҫеш мөмкинлектәрен, етештереү объекттарын яңыртыу, төбәктә социаль һәм хәйриә проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы компания президенты Александр Корсикты «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләне.
– «Башнефть» компанияһының беҙҙең өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген, уның республикабыҙ иҡтисадына ҙур өлөш индереүен беләбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн компания менән идара итеү юғары кимәлдә. Беҙ етәкселекте аңлайбыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Шуға бәйле мин Корсик Александр Леонидовичты яҡшы эшләгәне өсөн «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләргә ҡарар иттем.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика