05:29 (UTC+5), 28 Июня 2016

«Берҙәм Рәсәй» Дәүләт Думаһына һайлауҙа Башҡортостандан кандидаттар исемлеген раҫланы

автор фотоһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Алдан тауыш биреүҙә еңеүселәрҙең яҙмышы билдәләнде. «Берҙәм Рәсәй» Дәүләт Думаһына һайлауҙа кандидаттарҙың федераль исемлеген һәм бер мандатлы округтар буйынса кандидаттар исемлеген тәҡдим итте. Кисә съезд делегаттары етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙа Башҡортостандан кандидаттарҙы раҫланы.
Бер мандатлы һайлау округтары буйынса Башҡортостандан партияны Өфө бер мандатлы һайлау округы буйынса Дәүләт Думаһының ғәмәлдәге депутаты Павел Качкаев, Благовещен буйынса — Башҡортостандың Эҙәрмән отрядтары фонды советы рәйесе Илдар Бикбаев, Белорет буйынса — Дәүләт Думаһының ғәмәлдәге депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Салауат буйынса — Зариф Байғусҡаров һәм Стәрлетамаҡ буйынса — Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Алексей Изотов күрһәтә. Территориаль төркөм буйынса партия исемлеген Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләне. Артабан исемлектә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров, телевидение алып барыусыһы Инга Юмашева, Рафаэль Мәрҙәншин, Рима Баталова, Рәмзил Ишһарин, Фәрит Ғәниев, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Михаил Бугера, Константин Канунников, Ирек Ниғмәтуллин, Виктор Климов, Рөстәм Ишмөхәмәтов килә.
Делегаттар партияның алдағы биш йылға һайлау алды программаһын раҫланы.
12 июлгә тиклем Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашасаҡ партиялар кандидаттарҙың федераль исемлеген һәм бер мандатлы округтар буйынса кандидаттар исемлеген тәҡдим итергә тейеш.
«Берҙәм Рәсәй» һәм КПРФ кандидаттар тәҡдим итте. «Ғәҙел Рәсәй» 27 июндә партия форумын үткәрһә, ЛДПР иһә бөгөн, 28 июндә, уҙғара. Парламентҡа ҡарамаған партиялар съездарын 1-3 июлдә ойошторорға ниәтләй.
Кандидаттар теркәлгән мәлдән алып агитация кампанияһы башлана.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика