05:05 (UTC+5), 24 Июня 2016

Республикала муниципаль һайлауҙарҙы тәғәйенләү 29-30 июндә үтә — Хәйҙәр Вәлиев

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙар июнь аҙағына тиклем тәғәйенләнә. 17 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау буйынса кампанияға старт бирҙе. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы республика Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлауҙар тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.
«Ҡайһы бер муниципаль советтарҙа һайлауҙар тәғәйенләнгән. Райондарҙа төп тәғәйенләүҙәр киләһе аҙнала, 29-30 июндә уҙа», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев.
Дәүләт Думаһына һайлауҙар менән бер рәттән республикала һигеҙ ҡала округтары Советына (Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө) — Межгорье ҡалаһы ҡала округынан тыш бөтә ҡала округтарына; 54 муниципаль район һәм 10 ҡала биләмәһе Советтарына (Баймаҡ, Бәләбәй, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Учалы, Яңауыл); Асҡын, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡалтасы, Кушнаренко, Мәләүез, Нуриман, Салауат райондарындағы 41 ауыл биләмәһе Советтарына депутаттар һайлау була, тип билдәләне Хәйҙәр Вәлиев.
2-се Инорс бер мандатлы һайлау округы һәм 19-сы Нарыш бер мандатлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау башланған да инде.
Рәсәйҙә 74 партия һайлауҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы, шуларҙың 14-е парламент льготаһына эйә һәм улар ҡултамға йыймайынса ҡатнаша, тип иҫкә төшөрҙө республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика