08:00 (UTC+5), 20 Июня 2016

Үҙәк һайлау комиссияһы республика Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлау тәғәйенләне

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау тәғәйенләне. 2-се Инорс һайлау округы һәм 19-сы Нарыш һайлау округы буйынса ике мандат алмаштырыла. Ҡарар республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев рәйеслегендәге ултырышта ҡабул ителде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, өҫтәмә һайлау Илдус Сәрүәров һәм Александр Артюховтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуға бәйле.
Илдус Сәрүәров — «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһынан. 19-сы Нарыш бер мандатлы һайлау округы буйынса һайланған. Быйыл 19 апрелдә уның вәкәләттәре туҡтатылды.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты, Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты ағзаһы Александр Артюхов депутатлыҡ вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ҡарар 24 мартта Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында ҡабул ителде.
Үҙәк һайлау комиссияһы Өҫтәмә һайлауҙарҙы үткәреү буйынса сараларҙың календарь планын раҫланы. Округ һайлау комиссияларының вәкәләттәре Өфөнөң Калинин районы һәм Октябрьский ҡалаһының территориаль һайлау комиссияларына йөкмәтелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика