06:01 (UTC+5), 17 Июня 2016

Алексей Касьянов республиканың Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы секретары итеп тәғәйенләнде

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Алексей Касьяновты республиканың Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы секретары итеп тәғәйенләне. Быға тиклем ошо вазифаны Рәмил Исҡужин биләне.
Алексей Анатольевич Касьянов 1975 йылдың 24 майында Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1996 йылда Өфөнөң Калинин районы прокуратураһы тәфтишсеһе булып башлай. 1997-2002 йылдарҙа – Өфө прокуратураһында тәфтишсе, өлкән тәфтишсе. 2002-2004 йылдарҙа – Башҡортостан прокуратураһының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү бүлегендә тәфтишсе. 2004-2006 йылдарҙа – Башҡортостан прокуратураһының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү бүлеге етәксеһе. 2006-2007 йылдарҙа – Башҡортостан прокуроры урынбаҫары. 2007-2015 йылдарҙа – Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса етәксеһе. 2015-2016 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика