15:02 (UTC+5), 15 Июня 2016

Башҡортостандан йөҙҙән ашыу вәкил «iВолга-2016» йәштәр форумында ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандан йөҙҙән ашыу вәкил «iВолга-2016» йәштәр форумында ҡатнаша. Сараға Волга буйы федераль округы төбәктәренән, Ҡытай Халыҡ Республикаһынан һәм Франциянан ике меңдән ашыу кеше йыйыла. Форум 15-24 июндә Һамар өлкәһенең Фестиваль паркында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич етәкселегендә уҙа.
Башҡортостан вәкилдәре форумда беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Уҙған йылдарҙағы еңеүселәр һәм лауреаттар яңы проекттар тәҡдим итә. Мәҫәлән, зарядлау ҡоролмаһы өсөн «Аҡыллы баш» грантына эйә булған Айҙар Хәйруллин бер йыл эсендә яңы прибор — усаҡтан заряд алыусы генератор уйлап тапҡан. Йәш уйлап табыусы форумда үҙенең проектына аҡса һалырға әҙер инвесторҙар табырға ниәтләй. «Беҙ 400 мең һум аҡсабыҙҙы тотондоҡ, тағы ла ике миллион һумдан ашыу кәрәк. Форумда беҙҙең проект күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыр һәм партнерҙар табырбыҙ, тип өмөтләнәм», — тип пландары менән уртаҡлашты Айҙар Хәйруллин.
Алдан хәбәр ителгәнсә, «iВолга-2016» форумында «Инновациялар һәм техник ижад», «Мәҙәни БУМ», «Тыуған төйәк — ҙур мөмкинлектәр», «Медиатулҡын», «Патриот», «Изгелек быуыны», «Сәйәсәт», «Спорт һөйөүсе йәштәр — сәләмәт милләт», «Һин — эшҡыуар» тип аталған сменалар эшләй. 24 июндә һәр сменаның эшенә йомғаҡ яһала һәм еңеүселәр бүләкләнә. Ҡатнашыусыларҙың идеяларын ил кимәлендәге эксперттар баһалай. Яҡшыларына үҙҙәренең проектын тормошҡа ашырыу өсөн грант тапшырыла. Форумдың приз фонды 13 миллион һумдан ашыу тәшкил итә (былтыр — 11 миллион).
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика