05:14 (UTC+5), 06 Июня 2016

Рөстәм Хәмитов офтальмология буйынса «Көнсығыш-Көнбайыш – 2016» исемле халыҡ-ара конференцияла сығыш яһаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының 90 йыллығына арналған офтальмология буйынса «Көнсығыш-Көнбайыш – 2016» исемле халыҡ-ара конференцияның йомғаҡлау ултырышында сығыш яһаны. Республика етәксеһе медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәрен ошо әһәмиәтле дата менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Ултырыш башланыр алдынан Рөстәм Хәмитов Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында ҡулланылған офтальмология ҡорамалдары күргәҙмәһе менән танышты.
«Һаулыҡ темаһы һәр кеше, дәүләт, йәмғиәт өсөн бик мөһим. Демографик хәл — власть органдары, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшенең төп күрһәткесе. Әгәр демографик күрһәткестәр һәйбәт икән, власть та һәйбәт эшләй. Шуға күрә бөгөн тыуымды арттырыуға, үлем осраҡтарын кәметеүгә бөтә көсөбөҙҙө һалырға тырышабыҙ .
Был бик мөһим һәм быны эшләү ярайһы уҡ ҡатмарлы, сөнки халыҡтың менталитетын, табиптар берләшмәһенең эшенә ҡарашты үҙгәртергә кәрәк. Ошо мәсьәләне бергәләп хәл итә алабыҙ. Власть, һаулыҡ һаҡлау үҙҙәре генә бер ни ҙә эшләй алмай.
Күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр республикала уртаса ғүмер оҙайлығы 70 йәштән уҙҙы. Был беҙҙең өсөн һәйбәт һан, әммә иң яҡшы донъя күрһәткестәре кимәлендә күп түгел.
Ил буйынса уртаса алғанда беҙҙә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән һәм яман шештән үлем осраҡтары кәмерәк.
Һуңғы ике йылда юғары технологиялы медицина ярҙамы күләме 80 проценттан ашыуға артты. Республика кардиология үҙәге һәм онкология диспансеры үҙ профиле буйынса илдең иң яҡшы ун учреждениеһы иҫәбенә инә», — тине Рөстәм Хәмитов.
Сығыштың тулы стенограммаһы менән Башҡортостан Башлығы сайтында танышырға мөмкин.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика