Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Май 2016, 17:38

Башҡортостанда алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре билдәле булды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда Дәүләт Думаһына «Берҙәм Рәсәй» партияһынан артабан күрһәтеү өсөн кандидатуралар буйынса алдан тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләре билдәле булды. Төбәктә һайлауға 364 606 кеше, йәғни халыҡтың 11,89 проценты килгән. Тулы исемлек партияның сайтында бирелгән.
Федераль һайлау округы буйынса Башҡортостан биләмәһендә республика буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев һәм телевидение алып барыусыһы Инга Юмашева тәүге өс лидер иҫәбендә.
Павел Качкаев — Өфө, Эҙәрмән отрядтары фонды советы рәйесе Илдар Бикбаев — Благовещен, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина — Белорет, Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин — Нефтекама, Зариф Байғусҡаров — Салауат һәм Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Алексей Изотов Стәрлетамаҡ бер мандатлы һайлау округы буйынса еңеп сыҡты.
«Беҙ һайлаусыларҙы иҫәпләү участкаларына йәлеп итеү өсөн технологиялар ҡулланманыҡ. Бөтәһе лә үҙ теләге менән килде, — тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев. — Халыҡ беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул итте — тауыш биреүҙә 364 606 кеше ҡатнашты».
Уның әйтеүенсә, алдан тауыш биреү регламент талаптарына ярашлы уҙҙы. Хоҡуҡ боҙоуҙар булманы.
Читайте нас: