Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.59
+0.29
93.34
-0.35
66.56
+0.71
7+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Май 2016, 10:09
Праймериз – Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар араһынан иң яҡшыларын һайлап алыу мөмкинлеге – Рөстәм Хәмитов
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһынан Рәсәй Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреүҙә (праймериз) ҡатнашты. Республика етәксеһе Өфөләге 3-сө гимназияның 2.3.008-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Рөстәм Хәмитов халыҡтың алдан тауыш биреүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын аңлатты.
«Был — яңы процедура, Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар араһынан иң яҡшыларын һайлап алыу мөмкинлеге. Һайлауҙа ҡатнашыуға дәғүәселәр күп, әлеге этапта иһә иң яҡшылары һайлап алына. Уларҙы халыҡ һайлай», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ошондай алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу бик файҙалы.
«Сентябрь айында Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттар менән алдан танышырға мөмкин. Икенсенән, әлеге осраҡта халыҡтың үҙаңы эшләй. Һайлаусыларыбыҙ «Берҙәм Рәсәй» партияһында ниҙәр барғанын, Дәүләт Думаһындағы урындарға ниндәй кешеләр дәғүә итәсәген аңларға теләй. Был процедура ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
Рәсәй Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреү (праймериз) үткәреү тураһында ҡарар 2016 йылдың февралендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының XV съезында ҡабул ителде.
Башҡортостанда 678 иҫәпләү участкаһы, төбәк иҫәпләү комиссияһы, алты округ иҫәпләү комиссияһы һәм 678 участка иҫәпләү комиссияһы булдырылған. Рус, башҡорт, татар телдәрендә 920 мең бюллетень баҫылған.
15 февралдән 10 апрелгә тиклем алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙан документтар ҡабул ителде. Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар күрһәтелгән көндән алып агитация осоро башланды һәм 21 майҙа тамамланды.
Теги:
праймериз
бр башлығы
Читайте нас: