08:09 (UTC+5), 19 Мая 2016

Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы Хөкүмәттең дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында отчеты менән башланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы асылды. Ултырыш Башҡортостан Хөкүмәтенең 2015 йылда дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында отчеты менән башланды. Шулай уҡ «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевтың сығышы ҡаралған. Ул баҫманың эшмәкәрлеге һәм уны үҫтереү йүнәлештәре хаҡында һөйләйәсәк.
Закон сығарыусылар 60-тан ашыу мәсьәлә ҡараясаҡ. Шуларҙың 14 республика закон проекты икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итергә тәҡдим ителгән. Һигеҙ закон проекты тәүге уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн көн тәртибенә индерелгән. Мәҫәлән, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы, мәҙәни мираҫ объекттары, бушлай юридик ярҙам тураһындағы закондарға төҙәтмәләр индерергә ҡушылған.
Бынан тыш, закон сығарыусылар иғтибарына тәүге тапҡыр «Башҡортостан Республикаһында өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтар өсөн тәрбиәгә алыусы ғаиләләр тураһында»ғы закон проекты тәҡдим ителә.
Көн тәртибендәге 18 мәсьәлә федераль закон проекттарына ҡағыла, 11-е республиканың айырым суд участкаларына мировой судья вазифаларына һайлау менән бәйле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика