06:15 (UTC+5), 18 Мая 2016

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 17 майҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Советының төҙөлөш комплексын үҫтереү һәм ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген камиллаштырыу мәсьәләләренә арналған ултырышында ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға, яңы технологияларҙы, дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын ҡулланыуға, төҙөлөш тармағындағы ҡануниәтте көйләүгә бәйле төҙөлөш комплексын үҫтереү буйынса сараларҙы тикшерҙе.
Рәсәй Президенты Ҡала төҙөлөшө кодексы көсөнә ингәндән һуң һуңғы 10 йылда торлаҡ төҙөлөшө баҙарының ыңғай динамикаһын билдәләне. Былтыр ғына илдә 85 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.
– Әммә халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ихтыяжы кәмемәй, быны ышаныслы баҙар механизмдарын, шул иҫәптән ипотека кредитлауын файҙаланып ҡына ҡәнәғәтләндерергә мөмкин, – тине Владимир Путин. – Ипотека – торлаҡ төҙөлөшөнөң ҡеүәтле двигателе, һәм Хөкүмәткә Үҙәк банк менән берлектә ошондай кредиттар буйынса ставканы кәметеү юлдарын, ипотекаға финанс ресурстарын йәлеп итеүҙең яңы механизмдарын эҙләргә кәрәк.
Торлаҡ алыуҙың тағы ла бер таралған ысулы – өлөшләтә төҙөлөш. Әммә бында төҙөүселәрҙең үҙ бурыстарын үтәмәүе һәм алданған өлөшсөләрҙең барлыҡҡа килеүе күҙәтелә. Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн Владимир Путин торлаҡ төҙөлөшөндә дәүләт компенсация фондын булдырырға тәҡдим итте. Дәүләт башлығы төҙөлөш тармағында техник яҡтан көйләү һәм хаҡтар билдәләү мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бүлде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика