05:14 (UTC+5), 11 Мая 2016

Башҡортостан Хөкүмәте Дәүләт Йыйылышы ултырышында дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында отчет бирәсәк

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 19 майҙа Башҡортостан Хөкүмәте Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында 2015 йылда дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында отчет бирәсәк. Депутаттар бөтәһе 50-гә яҡын мәсьәләне ҡарарға ниәтләй.
Республиканың 14 закон проектын икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итергә тәҡдим ителгән. Башҡортостандың Һайлау кодексына, граждандарҙың мөрәжәғәттәре, урындағы үҙидара, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһындағы закондарға үҙгәрештәр индереү күҙаллана.
Һигеҙ закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн 30-сы пленар ултырыштың көн тәртибенә индерелгән. Үҙгәрештәр социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, мәҙәни мираҫ объекттары, бушлай юридик ярҙам тураһындағы закондарға ҡағыла.
Бынан тыш, закон сығарыусылар иғтибарына тәүге тапҡыр «Башҡортостан Республикаһында өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтар өсөн тәрбиәгә алыусы ғаиләләр тураһында»ғы закон проекты тәҡдим ителә. Ул өлкән йәштәге кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота.
Көн тәртибендәге тағы 18 мәсьәлә федераль закон проекттарына ҡағыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика