11:41 (UTC+5), 26 Апреля 2016

Төбәктә 2016 йылдың икенсе кварталына ҡала һәм райондар өсөн торлаҡтың баҙар хаҡы раҫланды

автор фотоһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты үҙенең бойороғо менән 2016 йылдың икенсе кварталына республиканың ҡала округтары һәм биләмәләрендә, шулай уҡ муниципаль райондарҙа дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрына уртаса баҙар хаҡы күрһәткестәрен раҫланы. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Өфө өсөн бер квадрат метрҙың уртаса баҙар хаҡы 34 724 һум тәшкил итә. Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ өсөн — 33 600, Ағиҙел — 28 000, Межгорье — 23 600. Ҡала биләмәләре өсөн күрһәткес Баймаҡта 29 300 һумдан алып Туймазыла 33 600 һумға тиклем тирбәлә.
Муниципаль райондар өсөн — 25 600 һумдан алып (Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Яңауыл) 33 600 һумға тиклем (Өфө районы).
Раҫланған күрһәткестәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж республика халҡы өсөн субсидиялар күләмен иҫәпләгәндә файҙаланыла, тиелә был документта. Аҡса федераль һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика