14:23 (UTC+5), 21 Апреля 2016

Бәләбәйҙе үҫтереү буйынса Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 21 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының генераль директоры Илья Кривогов менән осрашты. Осрашыуҙа яҡтар Бәләбәйҙе үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ул яңы эш урындары булдырыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырыуҙы һәм моноҡалаға инвестициялар йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.
– Бөгөн Бәләбәй буйынса килешеүгә ҡул ҡуйып, ошо данлы ҡалалағы хәлде төҙәтербеҙ, тип ышанабыҙ. Пландарыбыҙ ҙур. Беҙ инвестиция проекттарының үҫешенә ярҙам итергә теләйбеҙ. Меңгә яҡын эш урыны барлыҡҡа киләсәк, 8 миллиард һум самаһы инвестиция йүнәлтелгән. Һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн беҙгә байтаҡ эшләргә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Аңлауымса, Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды перспективалы эш башҡара. Һеҙҙең ярҙамығыҙҙан башҡа моноҡалаларҙағы хәлде төҙәтеү мөмкин булмаҫ ине, сөнки ҙур ресурстар, финанс һалыуҙар талап ителә. 2016 йылда Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды менән эшләргә мөмкин булған тағы ла бер нисә кандидат тәҡдим итербеҙ, тип ышанам.
– Документҡа ҡул ҡуйыу Бәләбәйгә «Автонормаль» ҡала барлыҡҡа килтереү предприятиеһына бәйле булмаған яңы иҡтисад төҙөргә мөмкинлек бирәсәк. Сөнки бөгөнгө килешеүҙең төп бурысы – республика менән берлектә ошо проекттарҙың бойомға ашыуына гарантия биреү, – тип билдәләне Илья Кривогов. – Яҡынса биш проект тәҡдим ителгән. Был меңгә яҡын яңы эш урыны тигән һүҙ. Шулай уҡ беҙ ошо биш проектҡа ярҙам күрһәтеү өсөн яҡынса 300 миллион һумлыҡ суммаға инфраструктураға айырым ғариза ҡарайбыҙ. Һөт эшкәртеү, йорт ҡуяны итен етшетереү буйынса ҡыҙыҡлы проекттар бар.
2014 йылдың октябрендә Внешэкономбанк «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын булдырҙы. Уның маҡсаты – социаль-иҡтисади хәле ҡатмарлы булған моноҡалаларҙа ҡаланы барлыҡҡа килтереү предприятиеһына бәйле булмаған эш урындары асыу, шулай уҡ инфраструктура һәм инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу юлы менән моноҡалаларға инвестициялар йәлеп итеү.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика