10:40 (UTC+5), 13 Апреля 2016

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, төҙөлөш һәм архитектура, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара итеү, суд системаһы, иҡтисад һәм сауҙа, юриспруденция, хәүефһеҙлек, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә эшләгән 52 хеҙмәткәр, шулай уҡ йәмәғәт һәм дин эшмәкәрҙәре почет грамотаһы, исемдәр, рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
– Бөгөн залда төрлө һөнәр эйәләре йыйылған. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенән бүләкләнеүселәр күп. Бөгөн инженерҙар эше тергеҙелә. Ил инженерҙарға, машина эшләү предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә мохтаж, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был башҡа тармаҡ вәкилдәренең, башҡа белгестәрҙең абруйын төшөрмәй. Беҙгә, республикабыҙға, йәмғиәтебеҙгә һәммәһе лә мөһим. Барыһы ла һәйбәт һөҙөмтә күрһәтә. Артабан да шулай эшләүегеҙҙе теләйем. Көслө ил, көслө республика – һәйбәт йәшәү, кешеләр үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн бөтә нәмә лә бар.
Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика