05:19 (UTC+5), 08 Апреля 2016

Рөстәм Хәмитов: «500 ферма» — һәйбәт программа, һәм беҙ уны дауам итәсәкбеҙ»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 7 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш барышында Янғантауҙағы урындағы фермер хужалығы етәксеһе шундай һорау бирҙе: «500 ферма» программаһының һөҙөмтәлелеген нисек баһалайһығыҙ, теләгән һөҙөмтәләргә өлгәшелдеме, аҡсаны субсидияға, халыҡтан ит, һөт һатып алыуға йүнәлтеү яҡшыраҡ булмаҫмы, сөнки бөгөн баҙарҙа продукцияны һатыу еңел түгел?».
«Фермаларҙы яңыртыу, яңы төҙөлөш менән дә шөғөлләнергә, шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән кешеләргә ярҙам итергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — «500 ферма» — һәйбәт программа. Бөгөнгә 230-250 хужалыҡта яҡынса 350 бина һәм ҡоролма ремонтланған. Етештереүсәнлек артты, һөттөң сифаты күтәрелде, хеҙмәт шарттары яҡшырҙы. Был һәйбәт программа, һәм беҙ уны дауам итәсәкбеҙ».
Федераль программа буйынса бүленгән аҡса ауыл хужалығы предприятиеларын реконструкциялауға булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне республика Башлығы.
«Халыҡтан ауыл хужалығы продукцияһын йыйыу — ҙур етешһеҙлек. Алдан уҡ әйтеп килдем һәм әйтәм: кешеләр бергәләп эшләргә, бер нисә шәхси ярҙамсы хужалыҡтан фермер, фермерҙан ҙурыраҡ хужалыҡтарға берләшергә тейеш. Бындай осраҡта кооперация һәм тауар һатыу мәсьәләләрен хәл итергә мөмкин. «500 ферма»ға йүнәлтелгән аҡса иҫәбенә түгел, эште дөрөҫ ойоштороу иҫәбенә. Беҙ ауыл хужалығы етештереүселәре менән эшләргә, продукцияны һатыу өсөн мөмкинлектәр бирергә әҙер. Ошо аҙыҡ-түлек «Башҡортостан тауарҙары» кәштәһенә эләкһен өсөн ярҙам итергә әҙербеҙ. Был да бик мөһим. Әммә энергиялы, ошондай кооперативтар ойоштора алған кешеләр кәрәк. Мауыҡҡан кеше булған ерҙә барыһы ла килеп сыға. Ундай кеше юҡ икән, һөҙөмтә лә юҡ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика