09:05 (UTC+5), 08 Апреля 2016

14 апрелдә Владимир Путин рәсәйҙәрҙең һорауҙарына яуап бирә

Рәсәй Президенты сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 14 апрелдә ил Президенты Владимир Путин рәсәйҙәрҙең һорауҙарына яуап бирә. Йыл һайын ойошторолған «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» махсус программаһы Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә «Беренсе», «Рәсәй 1», «Рәсәй 24» телеканалдары, «Маяк», «Вести FM» һәм «Рәсәй радиоһы» радиостанциялары эфирында тапшырыла.
Рәсәй Президентының рәсми сайтында хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт башлығы ил тормошона, шулай халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк.
Һорауҙы студияла, шулай уҡ тура бәйләнеш ваҡытында ла бирергә мөмкин. Президентҡа мөрәжәғәттәр аҙна дауамында туплана. Рәсәйҙәр шылтырата йәки эшкәртеү үҙәгенә SMS-, MMS-хәбәр, ҡыҫҡа видеояҙма ебәрә ала. Быйыл тәүге тапҡыр тура эфирҙа видеошылтыратыу ҡабул ителә. Элекке кеүек үк мөрәжәғәттәрҙе moskva-putinu.ru йәки москва-путину.рф адрестары буйынса ебәрергә мөмкин. Яңылыҡтар араһында — «Бәйләнештә» социаль селтәрендә ойошторолған төркөм аша һорау биреү мөмкинлеге.
Хәбәрҙәрҙе эшкәртеү үҙәге 7 апрелдә көндөҙгө сәғәт 12-лә (Мәскәү ваҡыты) үҙ эшен башланы һәм программа тамамланғанға тиклем эшләйәсәк. 8-800-200-40-40 телефоны буйынса илдең теләһә ҡайһы төбәгенән шылтыратырға була. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай.
Сит илдән хәбәрҙәрҙе эшкәртеү үҙәгенә +7-499-550-40-40, +7-495-647-40-40, +7-495-539-40-40 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин. Бушлай SMS- һәм MMS-хәбәрҙәрҙе 0-40-40 номерына ебәрергә кәрәк (Рәсәй элемтә операторҙары телефондарынан ғына).
Программаның сайтында, шулай уҡ Рәсәйҙең йәмәғәт телевидениеһы (ОТР) эфирында сурдотәржемә менән онлайн-трансляция буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика