05:39 (UTC+5), 01 Апреля 2016

Яҙғы саҡырылышта Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрен республикабыҙҙан биш меңдән ашыу кеше тулыландырасаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 1 апрелдә Рәсәйҙә 1989-1998 йылда тыуған егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды. Яҙғы саҡырылыш «Оборона тураһында» һәм «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы федераль закондарға ярашлы иғлан ителде.
Үҙәк хәрби округы штабы ҡушыуы буйынса быйыл яҙ Башҡортостандан 5300-ҙән ашыу кеше Ҡораллы Көстәр сафына алына.
18-27 йәшлек егеттәргә саҡырыу ҡағыҙын алып, йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариат бүлектәренә килергә һәм саҡырылышҡа бәйле бөтә сараларҙы үтергә кәрәк.
Башҡортостанда саҡырылыш буйынса «ҡыҙыу линия» телефондары эшләй. Хәрби комиссариатта — (347) 228-02-92 (консультация-хоҡуҡ пункты — көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем), (347) 276-65-76 (юридик бүлек), (347) 253-13-48 (хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге).
Өфө гарнизонындағы хәрби прокуратурала — (347) 250-05-10 (Өфө гарнизоны прокуроры). Ашығыс психологик ярҙам — 8-800-7000-183.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика