11:50 (UTC+5), 24 Март 2016

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең 2015 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет тәҡдим итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 24 мартта республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2015 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет тәҡдим итте.
Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, былтыр республиканың тупланма бюджетына 144 миллиард һум аҡса ингән, был 2014 йылғы күрһәткестәрҙән 8,2 процентҡа күберәк. Килем күләме буйынса республика илдә – 13-сө урындан 10-ға һәм Волга буйы федераль округында өсөнсөнән икенсегә күтәрелгән.
Рөстәм Хәмитов сәнәғәт, төҙөлөш, агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге былтырғы һөҙөмтәләрҙе билдәләне, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары хаҡында һөйләне, социаль һәм йәштәр сәйәсәте, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә эш һөҙөмтәләрен барланы.
– Шуныһы мөһим: йыл йомғаҡтары буйынса республикала көтөлгән ғүмер оҙайлығы 70 йәштән уҙҙы. Был интеграль күрһәткес йәшәү кимәле һәм сифаты, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт, халыҡты социаль яҡлау өлкәһендәге эш хаҡында һөйләй.
Шуның менән бергә 2015 йылда тәбиғи үҫеш 5 мең кешенән саҡ ҡына артығыраҡ, был 2014 йылға ҡарағанда аҙыраҡ.
– Хөкүмәт үлемде кәметеү, ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса саралар күрә. Һуңғы биш йылда төбәктә ҡан әйләнеше сирҙәренән вафат булыусылар һаны кәмей. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса сабыйҙар үлеме 5 процентҡа кәмегән, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов.
Мәғариф өлкәһен яңыртыу хаҡында һөйләгәндә республика Башлығы Башҡортостанда өс йәштән ете йәшкәсә балалар өсөн балалар баҡсаһына сираттың бөтөрөлөүен билдәләне. Былтыр мәктәпкәсә учреждениеларҙа өҫтәмә 8 800 самаһы урын булдырылған. Өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем алыу мөмкинлеген арттырыу, мәктәптәрҙә икенсе сменаны бөтөрөү хәҙер төп бурыс булып тора.
Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика