Рөстәм Хәмитов электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Совет ултырышын үткәрҙе
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 22 мартта Өфөлә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Советтың күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда Совет ағзалары, шулай уҡ республика министрлыҡтары, ведомстволары һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырыш башланыр алдынан Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов төбәк етәксеһенә республиканың мәғариф ойошмалары тәжрибәһенә электрон белем биреүҙе индереү тураһында һөйләне. Институт хеҙмәткәрҙәре уҡытыусының һөнәри эшмәкәрлеге барышында уны ғилми-методик яҡтан үҫтереү һәм мәғлүмәт-коммуникация компетенцияларын камиллаштырыу варианттарын тәҡдим итте.
Стәрлетамаҡ районы Беренсе Май ауылы урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы Дмитрий Кущ үҙе әҙерләгән «Уҡыусыларҙы ситтән тороп уҡытыу өсөн физика буйынса виртуаль лаборатория»һын күрһәтте. Бындай эштәрҙе Мәғарифты үҫтереү институты ярҙамында тиражларға кәрәк, тип билдәләне республика Башлығы.