04:56 (UTC+5), 18 Марта 2016

Азат Фазлыев Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты итеп һайланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 17 мартта республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһының отчет-һайлау конференцияһында Азат Фазлыев бер тауыштан Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты итеп һайланды.
Азат Фазлыев 1968 йылдың 21 сентябрендә Өфөлә тыуған.
1990 йылда инженер-иҡтисадсы белгеслеге буйынса Өфө авиация институтын тамамлаған.
1989-1990 йылдарҙа Өфө авиация институтының ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары вазифаһын биләй. 1990-1991 йылдарҙа — Өфө авиация институты кафедраһы инженеры; 1991-2007 йылдарҙа — «Ориентир» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры; 2007-2010 йылдарҙа — «Урал инвестициялар агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, «Урал лизинг үҙәге» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе.
2010-2015 йылдарҙа — Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты. 2015 йылдан республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты вазифаһын башҡарған.
Азат Фазлыев — Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы рәйестәше, Рәсәйҙән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Эшлекле советының милли бүлеге рәйесе урынбаҫары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика