17:24 (UTC+5), 17 Марта 2016

Рөстәм Хәмитов республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары семинарында сығыш яһаны

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 17 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың муниципаль район, ҡала округтары һәм ҡала биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарының «Яңы шарттарҙа муниципаль идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу» семинарында сығыш яһаны.
– Муниципалитет башлыҡтарын уҡытыуҙың бөгөнгө форматына килгәндә, тормош бының кәрәклеген раҫлай, сөнки яңы ҡыҙыҡлы идеялар, тәҡдимдәр барлыҡҡа килә. Беҙ етәкселәргә халыҡ менән эшләү, уларға яҡыныраҡ булыу тураһында һөйләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әле генә ҙур проектты тикшерҙек. Унда халыҡ бюджет аҡсаларын бүлеүҙә ҡатнаша, теге йәки был ауыл өсөн мөһим проблемаларҙы хәл итеүҙе берлектә финанслай. Муниципалитет башлыҡтарының ҡыҙыҡһынып яҙып ултырыуҙарын күрәм. Беҙ ошо халыҡ бюджеты тәжрибәһен дауам итәсәкбеҙ, бөтә республикаға таратасаҡбыҙ.
Ҡайһы бер район башлыҡтарын алмаштырыу муниципалитеттар үҫешенә ыңғай йоғонто яһаны, тип билдәләне республика Башлығы.
– Муниципалитет башлыҡтары корпустарын яңыртабыҙ, тип әйтә алам. Бөтәһе лә баҙар иҡтисадында эшләй алмай, бөгөнгө көн талабын аңлап еткермәй. Хәҙер муниципалитет башлыҡтарының 80-90 проценты заманса кимәлгә тап килеүе тураһында һөйләргә мөмкин. Был күрһәткес 100 процентҡа етһен өсөн ошондай уҡыуҙар үткәрәбеҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Муниципалитет башлыҡтары заман менән бергә атлаһын, эштәренә яуаплы ҡараһын һәм халыҡтың талаптарын үтәһен өсөн эшләргә тырышабыҙ.
Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында төбәктең өҫтөнлөктәренә ентекле анализ яһаны һәм проблемаларға туҡталды.
Семинар 18 мартҡа тиклем дауам итә. Ике көн дауамында муниципалитет етәкселәре алдында Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары, саҡырылған эксперттар сығыш яһай.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика