12:24 (UTC+5), 09 Март 2016

Рөстәм Хәмитов стратегик планлаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов стратегик планлаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, төбәктең ғилми берләшмә һәм Мәскәү «Сколково» идара итеү мәктәбе вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә республиканың 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы өҫтөндә эш барышы тикшерелде, ул 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем ҡабул ителергә тейеш.
– Стратегия объектив, ғилми яҡтан нигеҙләнгән, ошо ваҡытҡа төп йүнәлештәрҙе, республика власть органдарының аныҡ ғәмәлдәрен билдәләгән программа булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Стратегик планлаштырыуға объектив анализ, етди ҡараш көтөлгән һөҙөмтә бирер тип ышанам.
Республика Башлығы документ төбәк иҡтисадындағы ыңғай ҡаҙаныштарҙы нығытыуға йүнәлтелеүен билдәләне.
– Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, һуңғы биш йылда республика иҡтисадының һәйбәт ныҡлыҡ запасы булдырылған. Байтаҡ йүнәлештәр буйынса эштә динамика хас, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдә танылыу яуланы. Эшлекле мөхит инвесторҙарҙы йәлеп итә. Хәҙер һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштарға таянып оҙайлы үҫеш планын билдәләйәсәк документ кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика