12:50 (UTC+5), 26 Февраля 2016

Баш ҡалала пассажирҙар ташыуға талаптар көсәйә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә пассажирҙар ташыу яңы талаптар буйынса ғәмәлгә ашырыласаҡ. Баш ҡала халҡының уңайлығы, хәүефһеҙлеге өсөн пассажир ташыусыларға ҡарата талаптар көсәйтелә. Бөгөн, 26 февралдә, Өфө ҡала Советы депутаттары ҡала буйлап автомобиль һәм электр йәмәғәт транспортында пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу буйынса бер юлы дүрт документ ҡабул итте.
Халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу буйынса положение водителдәрҙең һәм пассажирҙарҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын, йәмәғәт транспортына талаптарҙы, пассажирҙар ташыуға танытма биреү тәртибен билдәләй.
Депутаттар муниципаль маршруттарҙы үҙгәртеү, бөтөрөү буйынса мөмкинлектәрҙе билдәләне. Хәҙер власть органдары, пассажир ташыусылар, шулай уҡ ҡала халҡы ҡалала муниципаль маршруттар булдырыу башланғысы менән сығыш яһай ала. Яңы маршруттар булдырғанда халыҡтың ихтыяжы, троллейбустар, трамвайҙар һәм автобустар боролошо өсөн майҙандар, юл япмаһының сифаты һәм юлдарҙың киңлеге иҫәпкә алынасаҡ.
Туҡталыштарҙы ойоштороу айырым документта билдәләнгән. Талаптар исемлегендә юл билдәләре, ҡоймалар, электр яҡтыртыу, маршрут хәрәкәтенең расписаниеһы яҙылған таблолар, туҡталыштарҙың исеме, адресы булыуы күрһәтелгән.
Пассажир ташыусыларҙы һайлап алыу буйынса конкурс ҡануниәт тарафынан нығытылған. Хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттар тәҡдим иткән компанияларға өҫтөнлөк бирелә.
«Һәр маршрут өсөн автобустарҙың үҙ форматы билдәләнәсәк. Бәләкәй урамдарҙа ҙур автобустар йөрөй алмай, — тип аңлатма бирҙе Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Төхвәтшин. — Баҙар дөрөҫ яуап бирер — уңайлы автобустар һатып алыр һәм хеҙмәтләндереү сифатлыраҡ булыр тип ышанабыҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика