Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Февраль 2016, 13:30

Рөстәм Хәмитов республика халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Был байрам бөтә рәсәйҙәрҙе берләштерә, илебеҙҙең данлы тарихына мөрәжәғәт итә, бөгөнгө ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн беҙҙе бергә туплай, – тине Рөстәм Хәмитов. – Тәү сиратта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, яугир-интернационалистарҙы, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы ҡотлайым. Үҙ-үҙен аямайынса Тыуған иле өсөн көрәшкән, уның азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған, «ҡыҙыу нөктәләрҙә» хеҙмәт иткән ир-егеттәрҙе, бөгөн тыныс тормош һағында торған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ихлас сәләмләйем.
Геосәйәси хәлдең ҡатмарлашыуына бәйле, Рәсәйҙең милли мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре мөһим урында тора, тип билдәләне республика Башлығы. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә илебеҙ армияһы донъяла иң көслөләрҙең береһенә әйләнде. Армияны, флотты яңынан ҡоралландырыу программаһы ғәмәлгә ашырыла. Идара итеү системаһы камиллаштырыла.
– Республикабыҙҙың ҡеүәтле оборона-сәнәғәт комплексы Ҡораллы Көстәрҙе модернизациялауға ҙур өлөш индерә. Һуңғы йылдарҙа предприятиеларҙы технологик яңыртыу, продукцияның төрөн арттырыу йәһәтенән мөһим аҙымдар эшләнде. Ошо өлкәлә ҙур дәүләт заказдары тергеҙелде, – тине төбәк етәксеһе. – Былтыр сентябрь айында Үҙәк хәрби округының хәрби берләшмәләре ҡатнашлығында «Үҙәк-2015» стратегик команда-штаб уҡыуҙары үтте. Республикабыҙ планлаштырылған мобилизация сараларын намыҫлы үтәне һәм Рәсәй Оборона министрлығының юғары баһаһына лайыҡ булды.
Рөстәм Хәмитов республика хәрби комиссариаты эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Военкомат граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыуҙы ойоштороу буйынса Үҙәк хәрби округында иң яҡшыларҙан һанала. Былтыр Башҡортостандан 11 700 кеше армияға алынған.
Төбәк етәксеһе эҙәрмән отрядтарының, кадет мәктәптәренең, хәрби-патриотик клубтарҙың һәм берләшмәләрҙең илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшендә мөһим ролен билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта авиация, техник һәм хәрби спорт төрҙәрен әүҙемерәк үҫтерергә кәрәк.
Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
Читайте нас: