ӨФӨ, 2016 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 18 февралдә Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышын
үткәрҙе. Унда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәген үҙгәртеп ҡороу һәм Башҡортостандың технологик башланғысын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.