12:53 (UTC+5), 09 Февраля 2016

Республикала 15 февралдән праймеризда ҡатнашыуға ғариза бирергә мөмкин — Константин Толкачев

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 15 февралдән «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүендә ҡатнашыуға ғариза бирергә мөмкин. 10 апрель — документтар ҡабул итеүҙең һуңғы көнө, кандидаттарҙы теркәү 15 апрелдә тамамлана. Был хаҡта партияның төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев хәбәр итте. Өфөлә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советы ултырышы бара.
Константин Толкачев Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының XV съезының беренсе этабында ҡабул ителгән ҡарарҙар тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, алдан тауыш биреү 22 майҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем уҙасағы билдәләнде. Ошо сараны үткәреүҙең мөһим этаптары ҡаралды.
Константин Толкачев әйтеүенсә, төп шарттар — кандидаттарҙың үҙ-үҙен күрһәтеүе һәм дебаттарҙа ҡатнашыуы. Алдан тауыш биреүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Партияла ағза булып тороу-тормауы мотлаҡ түгел. Кандидаттар суд хөкөмөнә тарттырылмаҫҡа, шулай уҡ сит илдәрҙәге активтарға эйә булмаҫҡа тейеш. 1 апрелгә тиклем уларға килемдәр һәм сығымдар тураһында декларация тапшырырға кәрәк.
Алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса бирелгән тауыштар һаны участкаға тауыш бирергә килеүселәр һанынан күберәк булыуы ихтимал. Был бер кешенең бер нисә ҡатнашыусы өсөн тауыш бирә алыуына бәйле.
Праймериз йомғаҡтары буйынса рейтинглы исемлек төҙөләсәк. Июндә съездың икенсе этабында Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙән кандидаттар тап уның буйынса билдәләнәсәк.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика