10:39 (UTC+5), 01 Февраля 2016

Рөстәм Хәмитов 2016 йылға бюджет сығымдарын финанслау буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 1 февралдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2016 йылға бюджет сығымдарын финанслау буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа Өфөлә 130 урынлыҡ Республика перинаталь үҙәге төҙөлөшөн тамамлау маҡсатында ҡул ҡуйылған.
Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Республика перинаталь үҙәген төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында 398167,65 мең һум күләмендәге бюджет аҡсаларын коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидия биреүгә йүнәлтергә йөкмәтелгән.
Белешмә. Республика перинаталь үҙәген проектлау һәм төҙөү 2011-2016 йылдарға Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Финанс тәьминәте — Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Мотлаҡ медицина страховкалау фонды араһында ҡул ҡуйылған килешеү сиктәрендә.
Бинаның дөйөм майҙаны — 24322,1 квадрат метр, файҙалы майҙаны — 21100,2 квадрат метр.
Бөгөнгә объекттың әҙерлеге 65 проценттан ашыу тәшкил итә. Әлеге ваҡытта билдәләнгән ваҡытҡа ярашлы эске биҙәү эштәре бара, биләмә төҙөкләндерелә.
Перинаталь үҙәктә эшләү өсөн медицина хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү маҡсатында 2016 йылға тиклемге осорға ведомство маҡсатлы программаһы раҫланған. Кадрҙарға ихтыяж — 62 табип, 50 урта медицина персоналы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика