07:13 (UTC+5), 28 Января 2016

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының яҙғы сессияһы пленар ултырыш менән асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы тәүге ултырышы асылды. Депутаттар 50-нән ашыу мәсьәләне ҡарарға ниәтләй, шуларҙың 29-ы – республика закондары проекты. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев «Башҡортостан Республикаһында ҡануниәттең торошо тураһында» тигән доклад менән сығыш яһай.
Пленар ултырыштың көн тәртибендәге биш һорау мировой судья вазифаларына кандидатуралар, 14-е федераль закон проекттарына бәйле. Ике мәсьәлә республикала мәғариф һәм күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәткә капиталь ремонт үткәреү тураһында ҡануниәтте бойомға ашырыу буйынса парламент тыңлауҙарын уҙғарыу даталарын билдәләүҙе күҙ уңында тота.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Дәүләт Думаһына «Рәсәй Федерацияһының дәүләт граждан хеҙмәте тураһында»ғы Федераль закондың 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү буйынса закон сығарыу башланғысын ҡарау планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика