05:12 (UTC+5), 18 Января 2016

Рөстәм Хәмитов Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының эшсе төркөмө менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 15 ғинуарҙа Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының эшсе төркөмө менән осрашты. Кәңәшмәлә советтың 2015 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды, шулай уҡ төбәк муниципалитеттарында эшҡыуарлыҡ мөхите торошо мәсьәләләре тикшерелде.
Республика етәксеһе 2015 йылға яҡынса йомғаҡ яһаны һәм Башҡортостандың макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса йылды яҡшы тамамлауын билдәләне. Атап әйткәндә, инвестициялар күләме 2014 йылға ҡарата 5 процентҡа артҡан, сәнәғәт етештереү индексы 101 процент, тауар тейәү – 104, ойошмаларҙың әйләнеше 101 процент самаһы тәшкил иткән.
Республика Башлығы килеп тыуған социаль-иҡтисади хәлдә властың өҫтәмә мөмкинлектәрҙе күҙ уңында тоторға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Республикабыҙға килгәндә, бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Эшҡыуарлыҡ тигәндә күптәр сауҙа үҙәге, магазин, киоск, будканы ғына күҙ уңында тота. Ысынында бәләкәй бизнес кешелек капиталын, республика инфраструктураһын булдырыуҙа эшләй ала. Әлбиттә, беҙ бәләкәй эшҡыуарлыҡ социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға килһен өсөн әүҙем эшләй башларға тейешбеҙ.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, бәләкәй бизнестың республика иҡтисадына индергән өлөшө ҙур түгел – тулайым төбәк продуктында уға 10-дан 20 процентҡа тиклем тура килә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика